АвтоАвтоматизацияАрхитектураАстрономияАудитБиологияБухгалтерияВоенное делоГенетикаГеографияГеологияГосударствоДомДругоеЖурналистика и СМИИзобретательствоИностранные языкиИнформатикаИскусствоИсторияКомпьютерыКулинарияКультураЛексикологияЛитератураЛогикаМаркетингМатематикаМашиностроениеМедицинаМенеджментМеталлы и СваркаМеханикаМузыкаНаселениеОбразованиеОхрана безопасности жизниОхрана ТрудаПедагогикаПолитикаПравоПриборостроениеПрограммированиеПроизводствоПромышленностьПсихологияРадиоРегилияСвязьСоциологияСпортСтандартизацияСтроительствоТехнологииТорговляТуризмФизикаФизиологияФилософияФинансыХимияХозяйствоЦеннообразованиеЧерчениеЭкологияЭконометрикаЭкономикаЭлектроникаЮриспунденкция

ИКЕНСЕ ШАРШАУ

Читайте также:
  1. БЕРЕНСЕ ШАРШАУ

Өсөнсө сәхнә

 

Бородино һуғышы бара. Кутузов ғәскәрҙәренең позициялары һул флангыла Шевардино редутынан башлап уңға табан Ҡыҙыл убалағы Раевский батареяһы (үҙәктә Бородино ҡасабаһы) аша Маслово ауылынаса уң флангыға ҡарай һуҙылған. Уң флангыла резервҡа ҡуйылған Платов казак корпусындағы 1-се Башҡорт атлы полкы корпустың һул флангыһында – Раевский батареяһы тәңгәлендәге урман ышығында тороп һағалай. Урман ситендәге ҡалҡыулыҡта Ҡаһарман (подзор торбаһынан), Йәнтүрә аҡландағы дошман хәрәкәтен күҙәтә. Пушкалар гөрөлтөһө.

 

Ҡаһарман. Раевский батареяһы йән аямай һуғыша. Ике яҡ йөҙгә-йөҙ төкәлеште (түҙемһеҙләнеп йөрөй).

Йәнтүрә. Нимә көтәбеҙ һуң? Ҡылыстарҙы ҡындан һурырға ваҡыт! Егеттәребеҙ ярһый, аттарыбыҙ ер тырнай.

Ҡаһарман. Ашыҡҡан – ашҡа бешкән, бында ни өсөн ҡуйылыуыбыҙҙы онотма. Бына-бына беҙгә лә сәғәте һуғыр.

 

Платов инә.

 

Платов. Капитан, полк әҙерме?

Ҡаһарман. Беҙ һәр саҡ әҙер, ваша светлость. Тик сафтар һирәгәйҙе, беләһегеҙ.

Платов. Беләм. Әле генә илегеҙҙән өҫтәлмә көс килеп етте, бер сотняһын һеҙгә бирәм. Көсәйеп керерһегеҙ.

Йәнтүрә. Ауыҙығыҙға бал да май, господин генерал!

Ҡаһарман. Рәхмәт.

Платов. Батареяны күрәһегеҙме?

Ҡаһарман. Күрәм, туптары ҡаты ата.

Платов. Наполеон, моғайын, фронтты шунда өҙөп, беҙҙең тылға сығырға, уратып алып юҡ итергә самалай.

Ҡаһарман. Шуға оҡшай.

Платов. Приказ үҙ көсөндә ҡала. Раевскийҙың хәлдәре мөшкөлләнһә, ҡылыс айҡап дошман флангыһына ташланығыҙ, паника тыуҙырығыҙ!

Ҡаһарман. Есть!

 

Платов китә.

 

Ҡаһарман. Төшөндөңмө?

Йәнтүрә. Иншалла, өҫтәлмә көс киләсәк.

Ҡаһарман. Бар, ҡаршыла.

 

Йәнтүрә ашығыс китә. Кутузов менән Беннигсен инә, Ҡаһарман, подзор торбаһына өңөлөп, абайламайыраҡ ҡала.

 

Кутузов. Капитан, нимә күренә унда?

Ҡаһарман. Ваша светлость, ғәфү итегеҙ, абайламай ҡалғанмын...

Кутузов. Наполеонды абайланығыҙмы һуң?

Ҡаһарман. Уны беҙҙең ҡылыстар абайлаясаҡ, ваша светлость.

Кутузов. Һәй маладис, ҡәҙерле башҡорттарым! (Ҡаһармандың подзор торбаһын алып, һуғыш ҡырын күҙәтә. Беннигсенға). Бонапарт үҙенең яратҡан алымын ҡабатлай.

Беннигсен. Ә был ҡәҙерлеләребеҙ ниңә себен һимертә?

Ҡаһарман. Платов приказы буйынса, хәл иткес мәлдә ябырылырға торабыҙ.

Кутузов (подзор торбаһын эйәһенә ҡайтарып). Командирҙың приказын үтәгеҙ.

Ҡаһарман. Есть! Рөхсәт итегеҙ китергә?

Кутузов. Рөхсәт. (Ҡаһарман китә).

Беннигсен. Михаил Илларионович, ғәфү итегеҙ... ниңә был ярымҡырағай халыҡты «ҡәҙерлеләрем» тип осондортаһығыҙ?

Кутузов. Сөнки улар ысынлап та минең ҡәҙерлеләрем.

Беннигсен. Ә?!.

Кутузов (һыңар күҙен ҡаплаған бәйгә төртөп). Быны күрәһегеҙме? Төрөк йәҙрәләре яуған һуғыш ҡырынан мине башҡорт күтәреп алып сыҡты... һеҙ атаған «ярымҡырағай»... Туғаным кеүек улар.

Беннигсен. Хоҙай һаҡлаһын, православныйға мосолман нисек туған булһын?!

Кутузов. Һеҙ быны, моғайын, ҡанығыҙ аҡҡас ҡына белерһегеҙ, аңларһығыҙ.

 

Китәләр. Ҡаһарман инә.

 

Ҡаһарман. Дәһшәтле мәл, беҙгә лә сәғәт һуҡты, буғай... Өҫтәлмә көс килеп етмәй...

 

Йәнтүрә йүгереп инә.

 

Йәнтүрә. Командир, Раевский батареяһы тәңгәленән Өфө йәйәүлеләр батальоны һәм ырымбур казак полкы егеттәре беҙҙән ярҙам ялбара, хатҡа яҡшы таныштарым -- батальондағы башҡорт типтәрҙәре Бакиров Ислам, Солтанов Тимерйән, Әхмәтов Арыҫлан, Сөләймәнов Әхтәм, Нуриев Салауат ҡул ҡуйған, ә Ырымбур полкынан – үҙебеҙгә яҡшы билдәле казак атаманы Ладыгин...

Ҡаһарман. Яҡшы. Өҫтәлмә көстө беҙҙең арттан үҙең яуға алып кер!

Йәнтүрә. Есть, командир!

Ҡаһарман. Егеттәр, аттарға атланырға! (Йүгереп сығып китә). Ҡылыстарҙы һурырға! Марш-марш, минең арттан!

Йәнтүрә. Киттеләр...

 

Тояҡ тупылдауҙары. Зөләйхә, йүгереп инеп, Йәнтүрәне ҡосаҡлай; кейем тышынан ҡыҙыл ярымайлы аҡ күкрәксә бәйләгән.

 

Зөләйхә. Йәнтүрәкәй ағайым, ағайым!..

Йәнтүрә. Бәй, һылыуым, Айҙан төштөңмө әллә?! Һинме был, Зөләйхә һылыуым?

Зөләйхә. Мин, мин! Эскадронға яҙылып килеп еттем. Эскадрон әнә тора.

Йәнтүрә. Күкрәксәңдә үҙебеҙҙең ярымай... Был ниндәй яңы хикмәт?

Зөләйхә. Ошо мосолман башым менән нисек итеп ҡыҙыл тәре тағайым, ярымайҙы үҙем әтмәләп алдым. Яраларығыҙҙы бәйләрмен, ауырыуҙарығыҙҙы имләрмен. (Ҡаранып). Ә Ҡаһарманым ҡайҙа?

Йәнтүрә. Ҡаһарманың ҡаһарманлыҡ ҡырында! Эскадрон, аттарға атланырға, ҡылыстарҙы һурырға! Ҡаһарманыңды ут эсендә табырһың!

 

Китәләр. Кутузов, Платов керә.

 

Кутузов. Казактарың француздың арт һабағын яҡшы уҡытты, шул арҡала дошман артҡа сигенде, рәхмәт.

Платов. Раевский батареяһы тәңгәлендә ҙур юғалтыуҙар кисерҙек, ике яҡтың да мәйеттәре өҫтө-өҫтөнә өйөлдө. Яралыларҙы йыйнайбыҙ.

Кутузов. Беннигсен да шунда ине, йәрәхәтләнгән, тинеләр...

Платов. Йәҙрә ярсығы беләк тамырын киҫкән... Ярай, башҡорт шәфҡәт туташы ҡанын туҡтатып өлгөрҙө, юғиһә китә ине...

Кутузов (суҡынып). Слава Богу, бәхетле йондоҙ аҫтында тыуған икән.

Платов. Яралылар араһында капитан Ҡаһарман Буранғолов та бар, тиҙәр. Әнә, алып киләләр.

 

Яралылар һалынған йәнәшә ике носилка араһында Зөләйхә, алмаш-тилмәш, Беннигсенды һәм Ҡаһарманды хәстәрләй. Ҡаһарман ятҡан носилканың бер башын Ладыгин тотҡан.

 

Платов (яралыны барлап). Капитан Буранғолов... Казак, йөктө ниңә рядовойға бирмәнең?

Ладыгин. Туғанымдай ҡәҙерле яҡташым бит. Ошо туғанымдың полкы беҙҙе тамам ҡырылыуҙан ҡотҡарҙы.

Зөләйхә. Носилкаларҙы ипләп кенә ҡуйығыҙ (ҡуялар), лазарет арбаһын көтәйек.

Кутузов (Ҡаһарманға эйелеп). Геройҙың хәле нисек?

Зөләйхә. Яраһы ҡурҡыныслы түгел – йәҙрә ярсығы маңлайын шаңҡытып үткән, әле генә иҫенә килә алмай.

Кутузов (Беннигсен эргәһенә килеп). Һеҙҙең хәлде Платовтан ишетеп белдем. Слава Богу, һине юғалтыу ҡайғыһын кисермәнек... фәрештәгеҙ һаҡлаған.

Беннигсен. Ғәфү итегеҙ, әлегә хәлем юҡ... әнә тора ул фәрештәм, ҡыҙыл ярымай алиһәһе.

Кутузов. Әммә туғаным түгел, тип әйтмәксеһегеҙ?

Беннигсен. Туғаным, туғаным!..

Кутузов. То-то оно. Тиҙерәк төҙәл, штабной.

Беннигсен. Һум иттән генә үткән, бөгөндән үк аяҡҡа баҫасаҡмын! Артыбыҙҙа Мәскәү!

Кутузов. Артыбыҙҙа Мәскәү...

Ҡаһарман (иҫенә килеп, ыңғырашып). Мин ҡайҙа, ни булды?

Зөһрә. Һөйөклөм, Ҡаһарманым, һин саҡ ҡына яраландың... тыныслан, гел эргәңдә булырмын, үҙем һауыҡтырырмын (үбә).

Ҡаһарман. Өнөммө, төшөммө? Әллә һаташаммы? Зөләйхәм, ысынлап та һинме был?

Зөләйхә. Мин, мин!

Ҡаһарман. Һөйөклөм... (Иҫен юя).

Платов. Яралыларҙы лазарет арбаһына!

Беннигсен. Капитан менән икебеҙҙе бер палатаға һалырға, ярымайлы шәфҡәт туташы яныбыҙҙан китмәһен!

Кутузов. Булһын шулай. (Носилкаларҙы илтәләр).

 

 

Дүртенсе сәхнә

 

Мәскәү янындағы Фили ауылының бер йортонда хәрби кәңәшмә, Рәсәй армияһы генералдары йыйылған: Кутузов, Барклай, Беннигсен (яралы ҡулы бәйле – муйынына эленгән) һәм башҡалар.

 

Кутузов. Генерал әфәнделәр, Бородино ҡырында күрһәткән батырлыҡтарығыҙ менән барығыҙҙы ла ҡотлайым. Дәһшәтле бәрелештә донъяның иң көслө ике армияһы йөҙгә-йөҙ килде, икеһе лә, ҡыйралмайынса, яңы һуғыштарға һәләтле ҡалды. Бына генерал Беннигсен яралы хәлдә китлеп еткән... Хәҙерен, генерал Беннигсен әйтмешләй, артыбыҙҙа Мәскәү терәлеп тора. Икенең бере: Беннигсен әфәнде тәҡдименсә, иртәгә үк хәл иткес һуғышырғамы, әллә, Мәскәүҙе артта ҡалдырып, артабан сигенергәме? 1-се Көнбайыш армия сардары Барклай де Толлиға һүҙ бирелә.

Барклай. Генерал Беннигсен тәҡдим иткән позицияны ҡарап сыҡтым, ләкин ул беҙҙең өсөн – һәләкәтле, Наполеон өсөн табышлы булыр ине, тип һанайым. Әле генә ҡанһыраған армиябыҙҙы күрәләтә һәләк итеү булыр ине. Мәскәүҙе юғалтыу – Рәсәйҙе юғалтыу түгел.

Беннигсен. Шуның өсөнмө Бородино ҡырында ҡырҡ биш мең геройыбыҙҙы, шул иҫәптән егерме өс генералыбывҙҙы ҡорбан ҡылдыҡ?! Мәскәүҙе дошманға ҡалдырыу – шул данлы батырҙарыбыҙ рухына хыянат итеү булыр ине. Ошо урында уҡ ҡабат позициялар биләргә, хәл иткес бәрелешергә! (Күмәкселек Беннигсенды тотанаҡлап шаулай).

Кутузов (тороп). Бөтөнөбөҙ ҙә Ватан патриоттары – һеҙҙе яҡшы аңлайым. Ләкин мин асы хаҡлыҡ яҡлы: Мәскәүҙе юғалтыу – Рәсәйҙе юғалтыу түгел, ә армияны юғалтһаҡ, Рәсәй юғаласаҡ.

 

Өс-дүрт кеше генә Кутузовты тотанаҡлай.

 

Беннигсен. Михаил Илларионович, күпселек минең яҡлы. Һеҙҙең ҡарар күпселеккә таянырға тейеш.

Күмәкселек: -- Дөрөҫ! Мәскәү ҡапҡаһы алдында һуғышып хәл ҡылынһын!

 

Кутузов икеләнеп торған арала, Ростопчин атлығып керә.

 

Ростопчин. Әфәнделәр, Михаил Илларионович, ашығыс депеша! Санкт-Петербургтан – Император Александр беренсе ғали йәнәптәренән.

Кутузов. Күктән төшкәндәй булды (конверты асып уҡый). «Секретно, кенәз Кутузовҡа Ростопчин әфәнде тапшыра. Бородино ҡырында хәл ителмәһә, Мәскәүҙе ҡалдырып сигенергә, ләкин армияны һаҡлап ҡалырға. Александр». (Тынлыҡ). Бына шулай. Тәртипле рәүештә Тарутино йүнәлешендә сигенергә! (Генералдар ҡуҙғалыша).

 

 

Бишенсе сәхнә

 

Кутузов штабы урынлашҡан Тарутино янындағы аҡланда башҡорт полктары смотрға теҙелгән; алғы буйҙа командирҙар Ҡаһарман, Йәнтүрә, Ғәзимә, Зөләйхә һәм яңы килгән атлы полк командиры Буранғол Ҡыуатов, уның ярҙамсыһы поход старшинаһы Мәхмүт Бикинәков, сотник Юлдашбикә; полк теҙмәләре артҡы планда тора.

 

Платов. Смирррно! Вольно! Башҡорт казактары, тыңлағыҙ! Император ғали йәнәптәре ғәскәрҙәрен ҡарарға сыҡты, хәҙер килеп етәсәк. Борғосо!

 

Борғо уйналып тына, Император Александр һәм уның адъютанты Чернышев, Кутузов беренсе теҙмә тәңгәлендә туҡтала.

 

Платов. Смирррно! Ваше высочество, Беренсе Башҡорт полкы.

Александр. Һаумыһығыҙ, башҡорттар!

Полк: -- Һау! Һау! Һау!

Платов. Капитан Ҡаһарман Буранғолов, өс аҙым алға! (Ҡаһарман алға сығып баҫа).

Ҡаһарман. Капитан Буранғолов.

Александр. Капитан Буранғолов! Мәскәү ҡалаһынан Наполеонды ҡыуалағанда сая батырлыҡ күрһәттегеҙ, Мәскәү Кремлен шартлатыуҙан һаҡлап ҡалдырҙығыҙ. Полктың бөтә яугирҙәренә, айырыуса үҙегеҙгә рәхмәтемде белдерәм. (Батырҙың ҡулын ҡыҫып). Ватан һеҙҙе онотмаҫ!

Ҡаһарман. Ватанға хеҙмәт итәм!

Полк: -- Ур-ра! Ур-ра! Ур-ра!

Платов. Теҙмәгә ҡайтырға! (Ҡаһарман урынына ҡайта). Шәфҡәт туташы Зөләйхә Боҫҡонова, өс аҙым алға! (Зөләйхә сыға).

Александр. Бородино ҡырындағы һуғышта яраланған Рәсәй яугирҙәрен әжәлдән арсалап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығығыҙ өсөн һеҙҙе мосолманса ярымай билдәле Шәфҡәтлелек миҙалы менән бүләкләйем (ҡыҙҙың күкрәгенә беркетә) һәм һеҙҙе данлы Рәсәй армияһының корнеты дәрәжәһенә күтәрәм.

Зөләйхә. Ватанға хеҙмәт итәм!

Платов. Корнет, теҙмәгә ҡайтығыҙ! (Үтәлә).

 

Сәхнә түңәрәге әкрен әйләнеп, икенсе полк теҙемдәрен алға килтерә.

 

Платов. Смирррно! Ваше высочество, фронтҡа яңы ғына килгән Башҡорт полкы

Александр. Вольно! Һаумыһығыҙ, башҡорттар!

Полк: -- Һау! Һау! Һау!

Александр (Буранғол менән ҡушҡуллап күрешә). Ҡарт гвардия ятып тынмай, иҫән-һау килеп еттегеҙме майор?

Буранғол. Ваше высочество, Ватаныбыҙ саҡырғас, бөркөттәрем менән ҡыйғырлап осоп килеп еттем, яңғыҙыбыҙ ғына түгел – артыбыҙҙан тиҫтәләрсә яңы полктар ағыла.

Александр. Һәй рәхмәт төшкөрҙәре!

Кутузов. Башҡорттарым маладис -- иле менән ҡубынды.

Буранғол. Император ғали йәнәптәре, хисап бирергә рөхсәт итегеҙ. Ил төкөрһә, күл була, тигәндәй, тиҙ арала Рәсәйебеҙгә егерме һигеҙ полк төҙөп юлландырттыҡ, ҡаҙнаға биш йөҙ мең тәңкә иғәнә йыйып тапшырҙыҡ, армияға биш мең баш иң яҡшы менге аттары бүләк иттек. Иншалла, моҙғайҙарҙа дарыны ҡоро тотабыҙ!

Александр. Майор, мең һигеҙ йөҙ етенсе йылғы алышты хәтерләйһегеҙме?

Буранғол (ҡылысының ал таҫмалы эфесын ҡармап). Һис оноторлоҡ түгел. Ҡылысымдағы Изге Анна миҙалы аҙым һайын иҫкәртә.

Александр. Нейман йылғаһы уртаһындағы кәшмәктә Тильзит килешеүенә ҡул ҡуйғанда яугир бөркөттәрегеҙ менән яр башында теҙелешеп торҙоғоҙ. Наполеон Бонапарт һорай ҡуйҙы: «Былар ниндәй ҡырағайҙар?» -- тип. – «Һеҙгә ҡаршы яуға күтәрелгән төньяҡ амурҙарым улар. Ярай, Нейман кисмәнегеҙ – ҡылыстары йәшендәй ялтлар ине!» -- тип шаяртып яуапланым. Алдан күрә белгәнбеҙ.

Буранғол.Тарих мең һигеҙ йөҙ бишенсе йылдың утыҙ беренсе майында Мәрхәмәтле Ҡулығыҙ менән илебеҙгә тапшырған Император Александр Байрағын башҡорт халҡы кер ҡундыртмай ҡәҙерләп тота. Наполеонды ла ҡыуырбыҙ, Парижды ла алырбыҙ.

Александр. Парижда еүңеү парадында ер һелкетеп барырбыҙ.

Кутузов. Ышанам, башҡорт полктары Парижға алғы сафтарҙа керер.

Буранғол. Амин! (Доға ҡыла).

Александр. Алға, яңы еңеүҙәргә, башҡорттар!

Полктар: -- Ур-ра! Ур-ра! Ур-ра!

 

Борғо уйнала, сәхнә түңәрәге, шыуышып, күренеште юғалта. Башҡорттарҙың күмәк йыры («Кутузов») яңғырай:

 

Император, батыр ир Александр,

Уттар-һыуҙар кисте, ҡурҡманы.

Полководец, һәй, Кутузов менән

Наполеон яуҙарын шул туҡманы.

Икеһе лә батыр ир икән,

Һәй, баһадир ир икән.

 

 

ШАРШАУ

ӨСӨНСӨ ШАРШАУ

Алтынсы сәхнә

 

Париж, Император Аленсандр I резиденцияһы урынлашҡан Елисей һарай ихатаһындағы флигелдә һарай ҡарауылы – башҡорт полктарынан һайландыҡ команданың башлыҡтары урынлашҡан: Буранғол, Ҡаһарман, Йәнтүрә һәм уларҙың яҡындары Юлдашбикә, Ғәзимә, Зөләйхә. Өҫтәл тирәләй иртәнге сәй табыны, йырлап торған еҙ самауырҙан Юлдашбикә сәй яһай.

 

Юлдагбикә. Эй ошо өҫтәлдәрен – һис күнегә алмайым. Үҙебеҙҙең йомшаҡ кейеҙҙә аяҡ бөкләп ултырмағас...

Ғәзимә. Ике йыл буйы бит инде... Хатта тансыларына өйрәндек, батша һарайҙарында кавалерҙар менән ҡушарлап бейенек...

Юлдашбикә. Әммә барыбер үҙеңдекенә етмәй.

Буранғол. Һин, бисәкәй, ҡайҙа икәнеңде онотма – Император ғали йәнәптәре һарайындаһың. Үҙенең бер флигеленән урын биреүенә ҡыуан. Әнә, үҙенең гвардияһы, беҙҙең кеүек үк һарай һағында торһа ла, квартал аша йөрөй.

Йәнтүрә. Эйе, кемдең арбаһына ултырһаң – шуның йырын йырлайһың. Үҙ йырыңды оноттортоуҙары ла ихтимал.

Буранғол (бармаҡ янап). Һин, уҙаман, сәсәнмен үҙем, тигәс тә, аҫтан семеткеләмә. Император ғали йәнәптәренә ҡылысың менән хеҙмәт иткәнеңдә тырпайлығыңды ҡуйып тор, юҡһа анауы Буранбай хәленә ҡалырһың, башың Себерҙә серер.

Ғәзимә. Шулай шул, телеңде тый, тип торам.

Йәнтүрә. Мин ни, былай ғына – һүҙ ыңғайында ғына.

Буранғол. Һүҙ ыңғайында ла ыңғай һөйлә, бигерәк тә Ватан һуғышы осоронда.

Йәнтүрә. Нимә тип әйтәйем һуң?..

Буранғол. Мәҫәлән, Мәскәүҙән Наполеондың күтенә тибеп ҡыуып ебәргәс, «Любизар»ҙы йырланыңмы – йырланың. Березники йылғаһы ярында илбаҫарҙы себендәй ҡырып һалғас, «Кутузов» тип данланыңмы – данланың. «Парижды ла алдыҡ беҙ» тип йырларға кәрәк инде.

Йәнтүрә. Хәҙер, түрә! (Ҡурайында көйөн уйнап ишеттерә лә йырға күсә). Һәәәй!

 

Наполеонға тәхет кәрәк,

Үҙ еренә һыймаған.

Мәскәүҙәргә килеп ингәс,

Ул да үҙен һынаған.

Һәй Буранғол, Ҡаһарман,

Еңеүгә бирә фарман.

 

Француздар танынылар

Әрәсәйҙә үҙҙәрен.

Урыҫ, башҡорт ҡыҫмаҡлағас,

Таба алмайҙар эҙҙәрен.

Һәй Буранғол, Ҡаһарман

Еңеп бара йән-фарман.

 

Мәскәүҙә лә булдыҡ беҙ,

Парижды ла алдыҡ беҙ.

Француздарҙы еңгәндә

Ер емертеп барҙыҡ беҙ.

Һәй Буранғол, Ҡаһарман

Илгә бирә дәрт-дарман.

 

Булдымы, түрә?

Буранғол. Һәй маладис, Кутузов үҙе әйтмешләй! Сәсәндең дә сәсәне икәнһең, ауыҙыңа бал да май! Усың да ҡысытҡандыр – шуны баҫырға, мә, көмөш биш тәңкәлек, Александр көмөшө!

Ҡаһарман. Сағыу сәсәнебеҙгә минән – Наполеон алтын тәңкәһе!

Йәнтүрә. Юҡ-юҡ, кәрәкмәй. Йырым алтын-көмөштәргә торғоһоҙ.

Ғәзимә. Әстәғәфирулла тәүбә, күпме ошо иҙрәп туҙған хөлләң менән йөрөрһөң? Ал, тигәс, ал! Бирегеҙ үҙемә! (Тәңкәләрҙе күкрәксәһенә йәшерә).

Буранғол. Эйе, йырың алтын-көмөштән юғарыраҡ. Иртәгә үк полктарға таралһын!

Ҡаһарман. Сәсәнебеҙ яңылышмай.

Буранғол. Аллаһыға шөкөр, Парижға алдан дөрөп керҙек, Император парадында ҡатнаштыҡ. Мең һигеҙ йөҙ бишенсе, һигеҙенсе йылдарҙан башлап Александр Байрағы аҫтында башҡорт исеменә тап төшөрмәнек. Шуның хаҡында был йыр.

Зөләйхә. Отоп та алдым инде, лазаретта ятҡандарға еҙ ҡурайға ҡушылып ишеттерермен.

Ғәзимә. Еҙ ҡурай?

Зөләйхә. Бындағы һыу буйҙарында ла, тап беҙҙең Таштуғайҙағылай, «еҙ» тигән ҡамыш үҫә имеш. Ҡурайсыларыбыҙ шунан еҙ ҡурай яһап тарта, француздарҙы аптырата.

Ҡаһарман. Бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ һырып ала.

Ғәзимә. Беҙҙең ир-егеттәр тарта уларҙы. Ҡатын-ҡыҙҙары аҙғын – биҙәнеп-төҙәнеп, урам тулып хихайлап йөрөйҙәр, осраған ир-атты күҙ ҡыҫып ымһындырталар...

Ҡаһарман. Аҙғынлыҡ түгел, бәлә был. Оло һуғыштан һуң була торған хәл. Ир заты ҡырылып бөтә яҙған, ҡатындары – тол, ҡыҙҙары егетһеҙ ҡалған.

Юлдашбикә. Шул бәлә беҙгә лә килмәһә ярар ине.

Зөһрә. Мадемуазелдәре бигерәк тә беҙҙекеләрҙе ҡороҡларға маташа. Туғыҙ айҙан Парижда ла ҡараҡай башҡорт балалары йүгереп йөрөмәҫ, тимә...

Юлдашбикә. Тәүбә-тәүбә...

Йәнтүрә (Зөләйхәгә). Корнет, ҡара уны, французбикәләр аҙҙыртмаһын ғәскәрҙе!

Ҡаһарман (көлөп). Сәсән Йәнтүрә ағайыбыҙҙың муллалығы өҫкә сыҡты.

Зөләйхә. Юҡ, беҙҙең ир-егеттәр имандан таймаҫ – хәле бары биш намаҙын ҡалдырмай.

Ғәзимә. Ә шулай ҙа француздарҙың йолаһы оҡшай миңә. Беҙҙәгеләй, ҡатын-ҡыҙҙы айырым өйгә, йәки шаршау артына йәшермәйҙәр.

Йәнтүрә. Һин! Нимә ләпелдәйһең?! Кафыр менән ҡуша ултырып харам сусҡа ите лә ейер инеңме?!.

Ғәзимә. Тфү-тфү, уныһынан Аллам һаҡлаһын берүк!

Ҡаһарман. Сусҡа ите, тигәндән, француздарҙы яман ҡылыҡ тетрәтте: дон казагы менән бер ҡалмыҡ, француз йәһүтен ҡороҡлап, уны сусҡа һуйырға мәжбүр ҡылғандар...

Йәнтүрә. Ҡот осорғос! Йәһүт динендә лә сусҡа – харам мал.

Ҡаһарман. Ә ике урыҫ һалдаты, йәһүт меҫкенде кафеға һөйрәкләп индереп, көсләй-көсләй ауыҙына сусҡа ите һалғандар...

Буранғол. Император бындайҙарға иң ҡаты яза ҡулланырға бойорҙо. Мәҫәлән, баҙарҙа тоҙло балыҡ урлаған дон казагын диуарға терәтеп аттылар.

Йәнтүрә. Ә шулай ҙа боҙола башланы халыҡ.

Буранғол. Ғәскәр мөфтөйөһөң бит, муллаларыңа еткер: һәр яугирҙең, нәсихәтләп, ҡолаҡ итен ашаһындар, башҡорт исеменә туҙан ҡунмаһын!

Йәнтүрә. Иншалла, боҙоҡлоҡтар беҙҙәргә яҡын юламаҫ. Муллалар ҡоронда килештек: ҡымыҙ юҡтаған ғәскәргә көнөнә бер туҫтаҡ ҡына әскелт йөҙөм һуты эсергә мөмкин – үҙебеҙҙең асы бал урынына. Кем арттыра – шәриғәт хөкөмө ҡаты.

Ҡаһарман. Әйткәндәй, Еләсәй яланында бейәләр ҡолонлай башланы, ағай-эне гөбөрләтеп ҡымыҙ бешә, француздар дыу-ҡуба. Бәғзеләре, йүгереп инеп, аяғөҫтө генә ашап-эсмәле «бистро» тигән дөкәндәрендә, беҙҙекеләрҙән алып, ҡымыҙ һатырға кереште, француз ябырылып ала.

Буранғол. Иншалла, малҡайҙарыбыҙ ҙа илдең ебәк бүтәгәләрен ейеп һауҙыртыр – Император башҡорттарҙы ҡайтара башларға бойорҙо. Әйтеүемсә, беренсе булып һинең полк юлға сыға, улым.

Ҡатын-ҡыҙҙар: -- Бәрәкалла! Бәрәкалла!

Ҡаһарман. Оҙон сәфәргә әҙерләнергә кәрәк (китә).

Буранғол. Эштәребеҙ баштан ашҡан. Ә һеҙ, хужабикәләр, кисә үк иҫкәрткәнемсә, һиммәтле француз ханымдарын тап үҙебеҙсә хөрмәтләп ҡаршылағыҙ. Үҙебеҙҙең милләт кейемдәрендә. Император шулай ҡушты. Элекке императрица Жозефина һәм уның ҡыҙы герцогиня Гротензия «төньяҡ амурбикә»ләрен үҙ күҙҙәре менән күреп танышырға теләгән. Бөгөнгө кискә император һарайына балға саҡырылғаныбыҙҙы ла онотмағыҙ, яҫанып-төҙәнеп барығыҙ.

Юлдашбикә. Кейенгәнбеҙ бит инде. Йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәбеҙ.

Буранғол. Киттек, подпоручик. Ҡурайыңды ҡалдырма (китәләр).

 

Табын йыйыштырыла, өҫтәлгә таҙа ашъяулыҡ ябыла. Йүгерешеп йөрөп әҙенрләнәләр – ысын башҡорт кейемендәләр.

 

Ғәзимә. Балға, тине бит әле.

Юлдашбикә. Баҙарҙарыбыҙ арта: Францияның яңы короле Людовик та, бал башланырҙан элек, башҡорттарҙы күрһәтегеҙ беҙгә, тигән.

Зөләйхә. Их, бейейбеҙ икән кинәнеп!

Юлдашбикә. Ҡарағыҙ уны, һынатмайыҡ.

Ғәзимә. Веймар ҡалаһында ниместең таҫыллы ил ағаһы Вольфһанһ Һөйтө менән дә ҡушарлап бейегән баш әле!

Юлдашбикә. Осонма.

Зөләйхә. Жозефинаһы нисектер, әммә Гротензия тигәндәре бик һылыу – императорыбыҙҙың башын әйләндергән, тиҙәр. Шуның Черутти урамындағы Сан-Ле һарайынан эҙен һыуытмай имеш.

Ғәзимә. Һис ғәжәп түгел, император фәрештәнең дә күҙе төшөрлөк йәш тә, иҫ киткес сибәр ҙә бит.

Юлдашбикә. Етер, кеше ишетә күрмәһен.

 

Ишек ҡыңғырауы зыңғырлай, Жозефина менән Гротензияны хөрмәтләп ҡаршы алалар. Юлдашбикә – Жосефинаны, Ғәзимә Гротензияны ҡосаҡлай, Ғәзимә һулҡылдай.

 

Зөләйхә. Хуш килдегеҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!

Гротензия (Ғәзимәгә). Мин – Гротензия. Исемең кем, ниңә илайһың?

Ғәзимә. Ғәфү итегеҙ, һуғыш һеҙгә сикһеҙ ҡайғы килтерҙе – ирегеҙ үлеп ҡалған, беҙҙекеләр ҙә күп үлде, шуға күрә илайым. Исемем минең Ғәзимә.

Гротензия (Ғәзимәне ҡосаҡлап). Аһһһ, Ғәзимә!.. (Илай. Күҙ йәштәрен ҡулъяулығы менән ҡоротоп). Йөрәгегеҙ тап беҙҙекеләй икән.

Юлдашбикә. Һеҙ, ҡәҙерлем, донъяға билдәле императрица Жозефина бит, шулаймы? Ә мин Юлдашбикә, кенәз Буранғол ҡатыны.

Жозефина. Элек билдәле инем... Һеҙ бәхетле – кенәзегеҙ ҡосағында. Ә мин... элекке, элекке!.. (Һулҡылдай. Юлдашбикәнең түшендәге тәңкәләрҙең береһен тотоп). Наполеондра... минең ғәзиземдең алтын тәңкәһе... ҡайҙан алдығыҙ?

Юлдашбикә. Һуғыш бит... Француз миңә атты – теймәне. Минең уғым атынан тәкмәстерҙе. Ҡуржыны тулы сиркәү көмөштәре, Александр тәңкәләре ине. Араһынан Наполеон тәңкәһен алып ҡалып, йәмғеһен штабҡа тапшырҙым...

Жозефина. Һәм тегеп тә ҡуйҙығыҙмы?

Юлдашбикә. Эйе, Ватан һуғышы иҫтәлеге итеп. (Тәңкәне түшенән йолҡоп алып тотторта). Жозефина, һеҙгә минең бүләгем дә, иҫтәлегем дә булһын был.

Жосефина (Юлдашбикәне ҡосаҡлай, илашалар, Зөлхизә уларға ҡушылып илай). Рәхмәт, минән дә иҫтәлеккә бүләк – Наполеонымдың алтын тәңкәһе, рәхим итеп алығыҙ (бирә). Ошо була икән төньяҡ амурҙары!..

Гротензия (Ғәзимә менән Зөләйхәгә). Һеҙҙең түштәрҙә лә ылғый алтын-көмөш... шулар араһында беҙҙекеләр ҙә сылтыраһын (икеһенә алтын тәңкәләр тапшыра, рәхмәт әйтеп алалар). Ҡыҙығыҙмы был? Йәш кенә.

Юлдашбикә. Йәш булһа ла, оло яугир – оло яуҙарҙа һыналды. Буласаҡ киленебеҙ, улыбыҙ менән бергә һуғышта йөрөй.

Гротензия. Буласаҡ? Ниңә буласаҡ? Бергә йөрөп тә, ҡушылманылармы ни?

Юлдашбикә. Һөйөшөп кенә йөрөйҙәр. Илгә ҡайтып, атай-әсәй фатихаһын алмайынса тороп, йола ҡушмай.

Гротензия. Ә мин оҙаҡ түҙмәҫ инем, йоланы боҙор инем (көлөшәләр).

Юлдашбикә. Ҡәҙерле ҡунаҡтар, рәхим итеп табынға ултырышайыҡ. Ингән кешене ҡоро сығармау йолаһы бар. Зөләйхә, самауырың әҙерме?

Зөләйхә. Аҫау айғырҙай кешнәп, боҫ борҡотоп тибенә. Һоп! (Килтереп ҡуя).

 

Ултырышалар – табында бал, сәк-сәк, Юлдашбикә сәй яһай.

 

Жосефина. Их, ожмах хозурлығы аңҡый! Ниндәйен эсемлек был?

Юлдашбикә. Үҙебеҙҙең Күк Уралда үҫкән мәтрүшкә сәйе, ер еләге ҡушып киптерелгән.

Гротензия (татып ҡарап). Еҫе – еҫкәп туйғыһыҙ, тәме телеңде йоторлоҡ – ары торһон инглиздарҙың һинд сәйе!

Ғәзимә. Һеҙҙә кофе эсәләр, беҙ ҙә аҙлап шуға күнегә башланыҡ.

Жозефина. Үҙегеҙҙекенә етмәй.

Гротензия (башлы сәк-сәккә күрһәтеп). Ә быныһы нимәкәй?

Ғәзимә. Изге ризыҡ сәк-сәк был, исеме әсәк-әсәк тигән һүҙҙән алынған. Әсәк тип беҙҙә бәпес имәкәй Әсәй имсәге әйтелә: әсәк-әсәк, тимәк – ҡуш имсәк, тигән һүҙ.

Юлдашбикә. Күрәһегеҙме, ул, татлы балға ҡатырып, әсә имсәге рәүешле һерәйтелгән. (Бысаҡ менән бүлгесләп, тәрилкәләргә һала). Ваҡ ҡына тумалсыҡтар – нәҡ бәпескәй ҡабырлыҡ имсәк баштары... Татығыҙ – әсә күкрәгеләй танһыҡ тәмлекәс.

 

Һоҡланыу ауаздары сығарып етешәләр.

 

Юлдашбикә. Балдан да ауыҙ итегеҙ, быныһы ла үҙебеҙҙең Уралдан килтерелгән.

Гротензия (ҡалаҡ осона элеп ҡабып). Ммм... көтөлмәгә аромат! Бындай балды ашап күргәнебеҙ юҡ.

Зөләйхә. Үҙебеҙҙең йүкә балы.

Жозефна. Нимә ул?

Ғәзимә. Беҙҙә йүкә тигән ағастар үҫә, ҡарҙай ап-аҡ сәскәләренән тып-тып итеп бал тама.

Жозефина. Тамған еренә һауыт ҡуйып йыйып алаһығыҙмы? (Көлөшөү).

Зөлхизә. Егәрле бал ҡорттары йыя уны.

Гротензия. Һеҙҙең ул йүкәләрҙе, егәрле бал ҡорттарын Францияға күсереп үрсетергә ине.

Юлдашбикә. Башҡорт юҡ ерҙә йүкә үҫмәй, башҡорттоң бал ҡорттары ла үрсемәй.

Жозефина. Шундай ожмах ҡосағынан ҡылыс айҡап ниңә бында килдегеҙ?

Юлдашбикә. Ғәфү итегеҙ, үҙегеҙ беҙгә туптан атып керҙегеҙ.

Жозефина. Уныһы шулай...

Гротензия. Кисә генә һеҙҙең хаҡта бер мәҡәлә уҡыным: төньяҡ амурҙары бик ғәййәр ҡәүем. Скифия тигән боронғо дәүләттең башҡорт тигән уҫал халҡы үҙҙәрен йыртҡыс бүренән тыуған тоҡом тип һанаған, шуға күрә ирҙәре башына бүре башлы, бүре ҡойроҡло бүрек кейгән, тип яҙа тарихсыбыҙ...

Жозефина. Бәй, бөгөн килеп Елисей яланында тирмә ҡорған башҡорттарҙы күрмәнеңме ни – тап шундай бүреклеләр бит.

Гротензия. Эйе... Тарихсы бына нимә ти: шуға күрә ҡатындары ирҙәрен гелән «минең бүрем» тип атай, «берҙән-берем» тип ҡәҙерләй, быныһы ла улар телендә «бүренән тыуған бүрем» тигән бик боронғо мәғәнә...

Жозефина. Бүре башы һүрәтләнгән байраҡтары Император Александр ғәскәрҙәре парадында елберләне...

Гротензия. Тарихсының музыкаға бәйле күҙәтеүе ифрат ҡыҙыҡлы: имеш, боронғо башҡорттарҙың ярты өлөшө Изге Һыйыр-Инәгә табынған, ә икенсе ярты өлөшө – Изге Бүре-Әсәгә. Изге Һыйыр-Инәгә табыныусы башҡорт һыйыр мөңрәүенә оҡшаш үҙенсәлекле «өзләү» тигән көй сығарған, ә Изге Бүре-Әсәгә табыныусылары бүре олоуына оҡшатып оҙон көйгә йырлаған...

Юлдашбикә (көлөп). Әлдә Парижға килгәнбеҙ -- шуны ла белмәҫ инек!

Гротензия. Белеүемсә, һеҙ – бүре башҡорттары, берәй оҙон көйөгөҙҙө йырлап ишеттерһәгеҙсе!

Ғәзимә. Ярай, олоһаҡ – олойоҡ инде, Зөләйхә, һыҙҙырт «Ашҡаҙар»ыңды.

 

Зөләйхә моңайып йырлай, был осраҡта ул эталон һаналған Диана Нурмөхәмәтова башҡарыуында яңғыраһын (яҙмалағы музыкаһын юйып, яңғыҙ башҡарыу рәүешендә бирелһен):

 

Йәнкәй-йәнәш ките, ай, һунарға,

Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә,

Э-эй... Ашҡаҙарҡай буйына шәшкегә.

Шәшкеләргә китеп вафат булды,

Ғәзиз башым ҡалды ла йәш кенә,

Э-эй... ғәзиз башым ҡалды ла йәш кенә...

 

Йырҙы тәрән кисереп тын ҡалалар. Жосефина менән Гротензия күҙҙәрен ҡаплап илай.

 

Жозефина (Гротензияны етәкләп). Ҡайтайыҡ... Рәхмәт һеҙгә! (Китәләр).

Ғәзимә. Император ҡатындары ла яп-ябай булыр икән, хәс тә үҙебеҙ кеүек.

Юлдашбикә. Иншалла, йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәне, буғай.

Зөләйхә. Ә хәҙер балға, балға! Их, Париждағы һуңғы көндәребеҙ!

 

 

Етенсе сәхнә

 

Елисей һарайында Александр I кабинеты алдындағы иркен зал, төрлө тарафҡа асылмалы ишектәр. Беннигсен һәм Барклай де Толли.

 

Беннигсен. Ғәҙәтенсә, көттөртә... Императорҙы әйтәм, һөйәркәләре артынан йөрөйҙөр инде.

Барклай. Йөрөһөн, йәш кеше бит.

Беннигсен. Һеҙ, әлбиттә, һәр аҙымын хуплайһығыҙ, «еңә-еңә» Мәскәү ҡалаһын уҙып киткәнебеҙ кеүек...

Барклай. Шул арҡала Парижға килеп еттек.

Беннигсен. Артыбыҙҙа Мәскәүебеҙ дөрләп янды, ә Париждың бер кирбесен дә ваттыртманыҡ. Өҫтәүенә, йәшәү рәүешен, ҡанундарын шул көйөнсә ҡалдырҙыҡ.

Барклай. Леонтий Леонтьевич, һеҙ әллә бында ла крепостное право керетер инегеҙме?

Беннигсен. Һис ҡыйыш китмәҫ ине.

Барклай. Император бының хилафлығын яҡшы аңлай, ул бит хатта Рәсәйебеҙҙә лә крәҫтиәндәрҙе азат ҡылыу, республика ҡанундары урынлаштырыу яҡлы. Уның девизы мәғлүм.

Беннигсен. Эйе: «Минең хаҡта нимә тип кенә әйтһәләр ҙә, мин барыбер республикасы һәм республикасы булып үлермен!» -- тигәйне... Буш хыял!

Барклай. Бойомға ашыр хыял.

Беннигсен. Ете мең йән крәҫтиән биләгән мәрхүм Кутузовы ни әйтер ине икән? Йәки үҙенең ун мең йән дәүләт крәҫтиәнен мал урынына илатып һатып ебәреүе, шуның менән ҡаҙна йыртығын ямауы...

Барклай. Дөрөҫ, Рәсәй әлегә һис өлгөрөп етмәгән, ләкин яҡты киләсәкте бөгөн үк ҡайғыртыу мөһим.

Беннигсен. Мөһимлектең эҙемтәләрен Париж урамдары һөйләй: сикләнмәгән әхләҡи бәйһеҙлек, фәхишәлек... Офицерҙарыбыҙ, һалдаттарыбыҙ Рәсәй көмөшөн француздарға услап-услап тарата. Сөнки бер юлы өс йыллыҡ хеҙмәт хаҡы түләнде, ике мең бот ауырлығындағы көмөш сарыф ителде. Кем өсөн – Париж нәфсеһе өсөн.

Барклай. Шуның арҡаһында бында, Испаниялағылай, партизан һуғышы ҡупманы, әшнәлек киң йәйелде.

Беннигсен. Ғәскәрҙәребеҙ боҙола, дыуамаллыҡ көсәйә. Күмәк дезертирлыҡ осраҡтары бар. Мәҫәлән, Императорҙың үҙенең атлы гвардия полкынан алтмыш кеше атын-ҡоралын алып ҡасты, динен үҙгәртеп, француз булып теркәлде. Шундайҙарға алпауыттар яҡшы эш хаҡы түләй, хатта ҡыҙҙарын бирә.

Барклай. Казактарҙан, башҡорттарҙан шундай осраҡтар булдымы?

Беннигсен. Бәхеткә күрә, юҡ дәрәжәһендә.

Бына күрәһегеҙ Император хыялының хаҡлығын. Сөнки урыҫ һалдаттары, Рәсәй-әсәйҙән түгел, ә крепостное правонан биҙеп ҡаса. Казак менән башҡорт үҙ урынында, сөнки уларҙа һеҙ яратҡан крепостное право юҡ.

Беннигсен. Һәр хәлдә, тамам боҙолмаҫтан элек, армияны илгә ҡайтарыу зарур. Бигерәк тә башҡорттарҙың дарылай ҡапыл ҡабыныуын беләбеҙ. Император...

Барклай. Император быны инде бойорҙо: беренсе эшелонда башҡорттар ҡайта башлай.

 

Император адъютанты Чернышев инә.

 

Чернышев. Император әле генә Сан-Лье һарайынан ҡайтты, оҙаҡлағаны өсөн һеҙҙән ғәфү үтенергә ҡушты.

Беннигсен (Барклайға). Әйттем бит... әлеге лә баяғы шул Гротензия...

 

Күңелле көй һыҙғырып, Александр килә.

 

Александр. Беләһегеҙме, был ниндәй көй? Белмәйһегеҙ. (Көйҙө һыҙғырып). «Марсельеза», республика гимны.

 

Чернышев йылмая, Беннигсен менән Барклай суҡына.

 

Чернышев. Ваше высочество, король Людовик ун һигеҙенсе килеп етте, үгәй ҡыҙы прицесса Франсуа менән.

Александр. Бахыр ул ҡыҙҙы ҡыҙғанам: сит илдәрҙә әсәһенән етем ҡалып, ҡылауызланып үҫкән.

Беннигсен. Уныҡы ғына һүҙ булһын -- ҡарт королгә баш бирмәй ыҙалата.

 

Людовик һәм адъютанты, Франсуа инә.

 

Александр. Хуш килдегеҙ, король, хуш килдегеҙ, принцесса! Үҙегеҙҙең теләккә ярашлы, теге Оло залда бал башланғанға тиклем, ошонда һеҙҙе «төньяҡ амурҙары»м менән таныштырмаҡсымын. (Адъютантына ҡарай).

Чернышев. Полк командирҙары Буранғол Ҡыуатов, Ҡаһарман Буранғолов һәм уларҙың дамалары Юлдашбикә, Ғәзимә, Зөләйхә ханымдар килгән. Йәнә көтә элекке иператрица Жозефина менән герцогиня Гротензия.

Александр. Үткәрегеҙ.

 

Әйтелгән төркөм инеп баҫа.

 

Франсуа (ҡул сәпәкәйләп). О амурҙар! (Бармағы менән Ҡаһарман яғына күрһәтеп). Атаҡайым, мин бына ошо амур менән бейейем, ул миңә ифрат оҡшай!

Людовик. Ҡыҙым, ул ҡәҙәре осонма.

Франсуа. Оҡшай! Оҡшай!

 

Төркөмгә яҡынлайҙар.

 

Александр (теҙмәләге һәр береһе тәңгәлендә туҡталып). Былар минең армиямдың ысын амурҙары булды, һәр яуҙа еңеп сыҡты, Парижға ла алғы сафтарҙа керҙе: полк командиры Буранғол Ҡыуатов, полк командиры Ҡаһарман Буранғолов, полк командиры ярҙамсыһы, атаҡлы ҡурайсы-импровизатор...

 

Чернышев. Йәнтүрә Этбаев.

Александр. Эйе... Рәсәй армияһының беренсе ярымай шәфҡәт туташы Зөләйхә...

Людовик. «Ҡурайсы» ни тигән һүҙ?

Александр. Европаса әйткәндә, башҡорт флейтасыһы. Үлән көпшәһенә тын өрөп төрлө көйҙәр сығара.

Людовик. Үлән көпшәһе... ҡыҙыҡ...

Александр. Подпоручик, һыҙҙырт берҙе!

 

Йәнтүрә бер-ике шаңғырта ла Император яратҡан көйгә – Алябьевтың «Һандуғас»ына күсә, Александр уға ҡушылып һыҙғыра, ҡул сабалар.

 

Людовик. Ышанмайым. (Ҡурайҙы алып, көпшә эсенә ҡарай). Шаҡ-ҡатырғыс: һис бер механизмы юҡ, ә һандуғастай һайрай.

Александр. Бына шундай ул минең батырҙарым.

Франсуа. Яратам! Яратам!

Людовик. Тик тор! Һеҙҙең юғарылыҡлы рөхсәт менән, батырҙароҙы Францияның юғары билдәһе – Хөрмәт Легионы ордены менән бүләкләйем. (Дүрт яугирҙең муйынына сағыу ал тьаҫмалы орден кейҙертә, ҡулдарын ҡыҫа, Зөлхизәнең ҡулын үбә; бүләкләнеүселәр рәхмәт әйтә).

Александр. Ә был ике гүзәл зат -- яугир ирҙәре ҡатарында батырҙарса утты-һыуҙы үткән Юлдашбикә ханым, Ғәзимә ханым.

Людовик. Ысын-ысындан ҡаһарман гүзәл заттарға Парижыбыҙҙың Хөрмәтле Дамаһы медальонын тапшырам, дамаларҙың исемдәре ошо Елисей һарайының хөрмәт кенәгәһенә алтын хәрефтәр менән яҙыласаҡ (медальондарҙы дамаларҙың тәңкәле түштәренә беркетә, һәр береһенең ҡулын үбә).

Франсуа (ҡул сәпәкәйләп). Атаҡайым, амурҙы алып бейейем, дамский вальс уйналһын!

Александр (юғарылағы оркестрға ҡул һелтәп). Уйналһын!

 

Вальс уйнала, Франсуа менән Ҡаһарман ҡушарлап бейеп китә; сәхнә түңәрәге уларға ҡаршы әйләнеп, был икәүҙе аулаҡ бүлмәгә сығара, бейеп барып туҡталалар, музыка тына (был хәл башҡалар менән дә ҡабатлана).

 

Франсуа. Амурым минең, мин һине ныҡ яратам! Мин һиңә кейәүгә сығам!

Ҡаһарман. Гүзәлкәйем, яңы балҡып сәскә атҡан гөлдәй сафһың, үтә йәшһең... Ысын йәреңде табырһың, өҙөлөп яратырһың.

Франсуа. Өҙөлөп-өҙөлөп һине генә яратам!

Ҡаһарман. Һылыуым, Зөләйхә тигән батыр ҡыҙҙы күрҙең бит – бына шул минең йәрем.

Франсуа. Мин дә батыр булырмын, һуғышта бергә йөрөрбөҙ. Йәки бында ҡалырһың, атаҡайым үҙеңде Париждың генерал-губернаторы яһар (егетте үбергә итә).

Ҡаһарман. Ғәфү ит, матурҡайм, Ватаным көтә мине. (Франсуа илай, вальс көсәйә, бейей-бара Оло залға сығып китәләр).

 

Баяғылай ҡушбейеү күренеше, был юлы Александр менән Гротензия.

 


1 | 2 | 3 |

Поиск по сайту:



Все материалы представленные на сайте исключительно с целью ознакомления читателями и не преследуют коммерческих целей или нарушение авторских прав. Студалл.Орг (0.092 сек.)